Эстәлеккә күсергә

Әйҙекүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйҙекүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Әйҙекүл (рус. Айдыку́ль, Айбыкуль, Алаку́ль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы күл.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә XVII быуат сығанаҡтарында Әйле күл (рус. Айле-Куль) тигән варианттар булғанын яҙа. Уның фекеренсә, атама башҡорттарҙың әйле йәки әйҙе ырыуынан алып ҡушылған булыуы ихтимал[2][3].

Һөҙәк соҡорҙа хасил булған ҡырҡыу тоҙло күл. Майҙаны — 70 км².Уртаса тәрәнлеге — 3-4 м, иң күбе — 4 м. Һыу йөҙлөгө — 161,6 м. Күлдә суртан, табан, һаҙан тереклек итә.

Күлдең яр буйҙары һаҙмырт, ҡамышлы. Көнсығыш яр буйҙарында Һаҙмырт урын 3-4 км һуҙылған, Мамыҡкүл (Мамынкуль) янында һаҙлыҡҡа әйләнә , ә көньяҡ-көнсығышта — Аҡтүбә күленә әүерелә.

Күлдең көньяҡ-көнбайыш яр буйында — Барак ауылы һәм МТФ, төньяҡ-көнсығыш ярынан 1,5 км алыҫлыҡта — Ҡобағош, күлдең шундағы ярында — шул ауылдың хужалыҡ ҡоролмалары (һарай). Төньяҡ-көнбайыш ярында — йәйләү. Шулай уҡ төньяҡ яры буйлап район әһәмиәтендәге автомобиль юлдары участкалары үтә.


  • Шувалов Н. И. Айдыкуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Айдыкуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]