Эстәлеккә күсергә

Яҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҙғы пейзаж

Яҙ — йылдағы дүрт миҙгелдең береһе, ҡыштан һуң һәм йәйҙән алда килә.

Һүҙҙең мәғәнәүи нигеҙҙәре боронғо индоевропей телдәре менән бәйләнгән. Мәҫәлән, литва телендәге «vasarà» — башҡортса «йәй» тигәнде аңлатһа, латыш телендәге «pavasaris», санскрит һәм башҡа һин телдәрендәге «vasantás» — «яҙ», ә «vasar» — «иртә» тигән мәғәнәләрҙе бирә[1].

Календарь буйынса яҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Левитан И. И. Март. 1895. Холст, майлы буяу. 60×75 см Дәүләт Третьяков галереяһы, Мәскәү

Яҙ миҙгеле өс айҙан тора: төньяҡта — март, апрель һәм май, көньяҡта — сентябрь, октябрь һәм ноябрь.

Яҙын көндәрҙең оҙонайыуы дауам итә һәм 20 мартта көн менән төн оҙонлоғо тигеҙләшә, һауа температураһы һиҙелерлек күтәрелә. Тирә-яҡ мөхиттәге йәнлектәр һәм үҫемлектәр йәнләнә башлай.

Астрономия буйынса яҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

астрономик яҙ календарь ваҡыты менән сағыштырғанда бер аҙ һуңғараҡ килә. Яҙғы көн һәм төн тигеҙләшкән ваҡыт — 20 март (кәбисә йылдарҙа 20 йәки 21 март) (Төньяҡ ярымшарҙа) һәм 22 йәки 23 сентябрь (Көньяҡ ярымшарҙа), һәм йәйге ҡояшторошона тиклем дауам итә, 21 июнь (кәбисә йылдарҙа 20 йәки 21 июнь) (Төньяҡ ярымшар) һәм 21 йәки 22 декабрь (Көньяҡ ярымшар) (был даталар Бөтә донъя ваҡыт менән күрһәтелгән; башҡа сәғәт бүлкәттәрендә 1 тәүлеккә айырыла).

Климатик яҙ килеүе тәүлектең уртаса температураһы Цельций шкалаһы буйынса 0 градустан юғары күтәрелеүе менән билдәләнә.

Фенология буйынса яҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фенологик яҙ етеү ҡар ирей башланыу менән билдәләнә (ялан-ҡырҙа ҡарҙан, боҙҙан әрселгән ҡара ер бүлемдәре күренә башлай). Яҙҙан һуң йәй башланыуы гөлйемеш (әлморон) сәскә атҡан ваҡыттан һанала.