Факт
Факт (лат. factum — ғәмәлгә ашҡан) — киң мәғәнәлә хәҡиҡәт синонимы була алған термин; ваҡиға йәки һөҙөмтә; ғәмәлдә булған, ә уйлап сығарылған түгел; дөйөмгә һәм абстрактҡа ҡапма-ҡаршы аныҡ һәм берҙән-бер[1].
Фән философияһында факт — иҫбатлана ала торған эмпирик белемде[1], раҫламаны йәки шартты нығытыусы үҙенсәлекле һөйләм. Факт теорияға йә фаразға (гипотезаға) ҡаршы ҡуйыла. Фәнни теория факттарҙы тасуирлай һәм аңлата, ул шулай уҡ яңыларҙы ла алдан әйтеп бирә ала. Туранан-тура дөрөҫләнә йә кире ҡағыла алмаған раҫлау фараз йә фекер тип атала.
Хәҙерге фән философияһында факттың ике төп концепцияһы таралған: фактсылыҡ һәм теориясылыҡ. Беренсеһе факттарҙың теорияға бәйһеҙлеген раҫлай. Икенсеһе факттарҙы тулыһынса теорияға буйһондора. Был ике концепцияны бер юлы ҡулланған ҡараштар ҙа бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Metaphysics for dummies (англ.)
- Что такое научный факт?. Знание. Понимание. Умение. ISSN 2218-9238. Архивировано из первоисточника 15 июля 2013.