Персей
Персей | |
Περσεύς | |
| |
Мифология | |
---|---|
Башҡа телдәрҙә исеме |
ингл. Perseus |
Атаһы | |
Әсәһе | |
Ҡатыны | |
Балалары |
Перс, Алкей, Сфенел, Элей, Местор, Электрион, Горгофона, Эрифра |
Персей Викимилектә | |
Персей (һ. б.-греч. Περσεύς) — боронғо грек мифологияһының батыры[1], Зевс һәм Данаяның (Аргос батшаһы Акрисийҙың ҡыҙы) улы. Горгона Медузаны еңеүсе, батша ҡыҙы Андромеданы ҡотҡарыусы. "Илиада"ла телгә алына (XIV 320).
Тыуыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аргос батшаһы Акрисий оракулдан үлеме тураһында һорағас, оракул уның үлеме ейәненән - Даная ҡыҙының улынан буласағын әйтә. Тәҡдиренә яҙылғанды булдырмаҫ өсөн, Акрисий ҡыҙы Данаяны баҡыр башняға ябып ҡуя, ә башҡа фараздарҙың береһе буйынса — бронза һәм таштан төҙөлгән ер аҫты бүлмәләренә бикләй. Йәшен йәшнәтеүсе, күк күкрәтеүсе алла Зевс Данаяға ғашиҡ була һәм уның янына алтын ямғыр рәүешендә үтеп инә. Шунан һуң Даная Персейҙы таба. Баланың тауышын ишеткән Акрисий Даная янына килә, баланың кемдән икәнен һораша, Зевстан икәненә ышанмай. Ҡото осҡан Акрисий ҡыҙын һәм ейәнен һандыҡҡа яптырып, ҡаҙаҡ менән ҡаҙаҡлатып, диңгеҙгә ташларға бойора.
Һандыҡты тулҡындар Серифос утрауына сығарып ырғыта, Даная менән Персей шулай үлемдән ҡотолоп ҡалалар.
Ил гиҙеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Персей башта Серифос вельможаһы (башҡа фараз буйынса, балыҡсы) Диктис йортонда тәрбиәләнә. Диктистың ағаһы Полидект батша Данаяға ғашиҡ була. Ләкин уның юлында Данаяның улы Персей тора, унан ҡотолор өсөн Полидект Персейҙы ғифрит Горгона Медузаның башы артынан ебәрә. Горгона Медузаның күҙ ҡарашынан кеше ташҡа әйләнер булған.
Афина һәм Гермес Персейға ярҙам итәләр. Аллаларҙың кәңәше буйынса Персей башта күрәҙәсе өс ҡарсыҡты таба — апалы-һеңлеле Грайиҙар, уларҙың өсөһөнә бер генә күҙ һәм бер теш була. Персей хәйлә ярҙамында уларҙың күҙен һәм тешен урлай, аҙаҡ уларҙы Таларииҙарға - ҡанатлы сандалиҙарға алыштыра. Грайиҙар уға Нимфаларға юл күрһәтәләр.
Нимфалар уға Аиданың бүреген, сандалиялар, һалған әйберҙең күләменә ҡарап йә ҙурайған йә бәләкәсәйгән тылсымлы моҡсай бүләк итәләр [2].[3]. Гермес уға ҡылыс бүләк итә[4], сөнки Персей менән Гермес туғандар, уларҙың аталары бер - Зевс[5][6].
Нимфалар, ҡайһылыр фараздарҙа Грайиҙар Персейға Горгонаға юлды өйрәтеп ебәрәләр. Был бүләктәр менән ҡоралланғас ҡына Персей Горгонаға килә. Ҡанатлы сандалиҙарҙа һауаға күтәрелеп, ул алмас ҡылысы менән Медузаның башын сабып өҙә. Апалы-һеңлеле өс Горгона араһында Медузаны ғына үлтереп була, ҡалғандары үлемһеҙ була. Алышҡанда Персей Медузаның үҙенә ҡарай алмай, сөнки Медузаның ҡарашы бөтә тере йәндәрҙе ташҡа әйләндерә. Батыр Афинаның ялтыр ҡалҡанына ҡарап һуғыша. Ғифриттең апаларынан Персей кейгән кешене башҡаларҙың күҙенә күрендермәгән кәпәсте кейеп ҡаса, ә Медузаның башын тылсымлы моҡсайына һала.
Ҡайтып барғанда Персейҙың күҙенә Аҡдиңгеҙ ярындағы Йоппа ҡалаһы янында ҡаяға бығауланған батша ҡыҙы Андромеда салына.
Андромеданың әсәһе Кассиопея, мин нереидаларға ҡарағанда ла һылыуыраҡмын, тип маҡтанған булған. Ғәрләнгән алиһәләр Посейдондан Кассиопеянан был һүҙҙәре өсөн үс алыуын үтенгәндәр. Посейдон диңгеҙ ғифритен ебәрә. Кефей батшалығы ғифриттән юҡ итеү ҡурҡынысы аҫтында ҡала. Оракул Аммона, алиһәләрҙең ярһыуын баҫыр өсөн Кефей ҡыҙы Андромеданы ғифриткә ҡорбан итергә тейеш, тип иғлан итә. Кефей батшалығының халҡы Кефей батшаны был ҡорбанды килтерергә мәжбүр итә. Андромеданы ҡаяға бығаулап, ғифриткә ҡалдыралар.
Был хәлдә уны Персей күреп ҡала. Персейҙың Андромеданың һылыулығына хушы китә. Персей, әгәр Андромеда уға кейәүгә сығырға риза булһа, ғифритты үлтерәсәген хәбәр итә. Атаһы шатланып ризалығын бирә, Персей ғифриткә Горгона Медузаның башын күрһәтә. Ғифрит ташҡа әүерелә. Икенсе версия буйынса, Персей Медуза горгонаны үлтергән Гермес ҡылысы менән ғифритте үлтерә.
Диңгеҙ ғифритен үлтергәндән һуң Персей ҡанды Йоппа ҡалаһының һыуһаҡлағысында йыуа, һыу ҡыҙылға әйләнә[2]. Туй барғанда Кассиопеяның ағаһы Андромеданың элекке кейәү егете менән килеп инә. Улар Андромеданы алып ҡалырға булғандар. Персей көндәшенә Медуза горгонаның башын күрһәтеп, уларҙы ташҡа әйләндерә.
Серифҡа килгәс, Персей әсәһе Данаяны храмда таба, унда ул Полидектан ҡасҡан була.Персей шулай уҡ әсәһен эҙәрлекләгән Полидект батшаға һәм уның ярҙамсыларына ла Медуза горгонаның башын күрһәтеп, уларҙы ташҡа әйләндерә һәм Диҡтис утрауының хакимы булып китә[7].
Батыр өйөнә ҡайтҡас, Даная һәм Персей Акрисийҙы күреп китергә теләйҙәр, ләкин күрәҙәсенең һүҙҙәрен иҫләгән Акрисий уларҙы индермәй. Күп йылдар уҙа, бер тапҡыр уйындарҙа Персей яңылыш дискты тамашасылар яғына ташлай, улар араһында Акрисий була. Диск уға эләгеп, уны һәләк итә[8].
Хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡартатаһын яңылыш үлтергәндән һуң Персей хакимлыҡ итергә теләмәй, тәхетен үҙенең туғаны Мегапенфҡа ҡалдыра, ә үҙе Тиринфҡа китеп бара. Микены ҡалаһына нигеҙ һала[9]. Төрлө фараздар буйынса, Персей шул тирәләрҙә ҡылысының наконечнигын (микс) юғалта, шуға ла ҡалаға Микены исемен бирәләр; икенсе версия буйынса микс исемле бәшмәк таба һәм унан һыу эсеп һыуһынын ҡандыра[9]. Тиринф батшаһы булғас, Мидея һәм Микен ҡалаларын бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар өсөн нығыта, ә Немеи янындағы Апесант тауында беренсе мәртәбә Зевс Апесантийға ҡорбан килтерә. Микен емереклектәре араһында ер аҫтынан сыҡҡан Персей шишмәһе әле лә бар, тиҙәр[9].
Андромеда[10] Персейға Горгофона[10] исемле ҡыҙ һәм алты малай таба: Перс, Алкей, Сфенел, Элей, Местор һәм Электрион[11], шулай уҡ уның улы тип Эрифраны ла атайҙар. Өлкән улдары Перстан фарсы халҡы киткән тип иҫәпләнә. Алкей — Амфитрион атаһы, Сфенел — Еврисфейға атай, Электрион — Алкменға.
Персей Претты - ҡартатаһы Акрисийҙың ағаһын үлтерә, ә үҙе Аргос менән хаким итергә ҡалдырған Преттың улы Мегапенфтың ҡулынан һәләк була[12].
Персейҙан башлап Гераклға тиклем булған батырҙарҙың статуялары Дельфала була[9]. Афинаның ихтыяры буйынса батыр үлгәндән һуң йондоҙлоҡҡа әүерелә[3]. Горгона тураһындағы миф Геракл ҡалҡанында һүрәтләнә[13]. Бер интерпретация буйынса Персей шөғөлләнгән гимназияла Гермес йүгереүҙең ҡурсалаусыһы була[14].
Пратин һәм Аристийҙың, билдәһеҙ авторҙың «Персей» исемле, Софоклдың «Андромеда» (фр. 126—129, Радт), «Ларисейцы» (фр. 374—382, Радт) исемле трагедияларының геройы. Акцийҙың «Персеиды» трагедияһы була.
Популяр мәҙәниәттә образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1981 — «Битва титанов» (США), реж. Десмонд Дэвис, в роли Персея — Гарри Хэмлин
- 2010 — «Битва титанов» (США), реж. Луи Летерье, в роли Персея — Сэм Уортингтон
- 2012 — «Гнев Титанов» (США), реж. Джонатан Либесман, в роли Персея — Сэм Уортингтон
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Действующее лицо фантастического романа харьковских писателей Генри Лайона Олди «Внук Персея. Книга 1. Мой дедушка — Истребитель» (2011 год)
- В книгах Рика Риордана из серии «Перси Джексон и Олимпийцы» главный герой — полубог по имени Персей Джексон.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2-х т. Т. 2. С. 304-305, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3-х т. Т. 3. С. 53
- ↑ 2,0 2,1 Павсаний.
- ↑ 3,0 3,1 Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 22.
- ↑ Лукан.
- ↑ Гигин.
- ↑ Пиндар.
- ↑ Страбон.
- ↑ Софокл. Ларисейцы, фр. 380 Радт.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Павсаний.
- ↑ 10,0 10,1 Псевдо-Аполлодор.
- ↑ Гесиод. Перечень женщин, фр.135 М.
- ↑ Гигин. Мифы 244
- ↑ Псевдо-Гесиод. Щит Геракла 216—236
- ↑ Гераклит-аллегорист. О невероятном 9