Эстәлеккә күсергә

Аҡ төндәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ төндәр
Нигеҙләү датаһы 2002
Рәсем
 Аҡ төндәр Викимилектә

Аҡ төндәр — тәбиғи яҡтыртыу ярайһы уҡ юғары булып ҡалыуын дауам иткән төндәр, йәғни бөтә төн буйы эңер булып ҡала. Уртаса һәм юғары киңлектәрҙә күренеш йәйге ҡояш торошо алдынан һәм уны һуң күҙәтелә.

Рәсәйҙә аҡ төндәр зонаһының көньяҡ сиге Полтава киңлеге, йәғни 49° төньяҡ киңлеге һыҙығы (66½−17½°) аша үтә. Бында йылда бер тапҡыр — 22 июндә аҡ төн була. Ошо киңлектән башлап, төньяҡҡа табан киткән һайын аҡ төндәр яҡтыраҡ һәм уларҙың осоро оҙонораҡ була бара. Һамарҙа ла, Ҡаҙанда ла, Кировта ла һәм Енисейскиҙа ла аҡ төндәр була, ләкин был ҡалалар Петербургтан көньяҡтараҡ булғанлыҡтан, уларҙағы аҡ төндәр ул тиклем яҡты булмай һәм осоро ла ҡыҫҡа була (22 июнь тирәһендә).

Аҡ төндәр күҙәтелгән ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур Совет энциклопедияһы биргән билдәләмә буйынса аҡ төндәр күҙәтелгән ҡалалар[1] — горизонттан ҡояш 7° тиклем йәшенгәс (иң якты һәм иң оҙон төндәрҙән иң ҡараңғы һәм ҡыҫҡа аҡ төндәргә ҡарай һанап сығылған, халык һаны 30 меңдән артык.): 66,1° — Яңы Уренгой;

66,0° — Усинск;

65,5° — Надым;

65,1° — Печора;

64,6° — Северодвинск;

64,5° — Архангельск;

63,8° — Муравленко;

63,4° — Ухта;

63,2° — Ноябрьск;

62,8° — Мирный;

62,5° — Мирный;

62,3° — Когалым;

62,1° — Нягань, Радужный;

62,0° — Якутск;

61,8° — Петрозаводск;

61,7° — Сыктывкар;

61,6° — Лянтор;

61,3° — Лангепас, Сургут;

61,1° — Нефтеюганск;

61,0° — Мегион, Нижневартовск, Ханты-Мансийск;

60,7° — Выборг, Стрежевой;

59,9° — Санкт-Петербург;

59,8° — Краснотурьинск;

59,6° — Магадан, Серов, Соликамск.


Поляр киңлектәге ҡалаларҙа шулай уҡ аҡ төндәр күҙәтелә — поляр көн башланыр алдынан 3 аҙна һәм шунса уҡ — тамамлағандан һуң. Был ҡалаларҙа әлегә ҡояш байымаҫ булып поляр көн еткәнсе төндәр яйлап яҡтыра бара:

69,4° — Норильск;

69,0° — Мурманск;

67,9° — Мончегорск;

67,6° — Нарьян-Мар;

67,6° — Апатиты;

67,5° — Воркута;

66,5° — Салехард.


Төньяҡ һәм Көньяҡ полюста 15-16 көн дауамында ҡояш байығанға тиклем туҡтауһыҙ аҡ төндәр күҙәтелә һәм яҡынса шунса уҡ — ҡояш байығандан һуң. Төньяҡ полюста был осор 3 марттан 18-енә тиклем һәм 26 сентябрҙән 3 октябргә тиклем; көньяҡ полюста — 23 марттан 7 апрелгә тиклем һәм 7сентябрҙән 21-енә тиклем .

Аҡ төндәр — мәҙәни күренеш булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ төндәр — Санкт-Петербургтың үҙенсәлекле символы: йыл дауамында ҡалала төрлө фестивалдәр, концерт программалары һәм халыҡ күңел асыуҙары уҙа. Аҡ төндәр мөҙҙәте 27 майҙа Ҡалаға нигеҙ һалыныу көнөн байрам итеүҙән башлана. Июндең егермеләрендә мәктәпте тамамлаусылар байрамы — «Ал елкәндәр» уҙа.

«Аҡ төндәр» образы сәнғәт һәм әҙәбиәттә лә киң ҡулланыла.

«Аҡ төндәр» сауҙа маркаһы аҫтында Санкт-Петербургта бер нисә кондитер эшләнмәләре сыға.

«Аҡ төндәр» — бадминтон буйынса халыҡ-ара Россия турниры. Бадминтон буйынса Европа кубогы этабы (челленджер) 2007 йылдан бирле бара. Үткәреү урыны — Гатчина (Ленинград өлкәһе).

Йыл һайын «Аҡ төндәрҙең тауыштары һәм төҫтәре» балалар-йәш үҫмерҙәр ижады халыҡ-ара конкурс-фестивале үткәрелә[2]..

«Аҡ төндәр йондоҙҙары» сәнғәт фестивале үткәрелә.

Джаз музыкаһы дәүләт Филармонияһы тарафынан Санкт-Петербург Хөкүмәтенең мәҙәниәт комитеты менән берлектә 1994 йылдан Петербург джаз фестивале «Аҡ төн свингы» уҙғарыла.

  1. БЕЛЫЕ НОЧИ. Словарь Онлайн. Дата обращения: 11 июль 2019.
  2. Официальный сайт Администрации города Боготола Красноярского края. Международный фестиваль-конкурс музыкально-художественного творчества “Звуки и краски белых ночей”. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  • Белые ночи// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.