Эстәлеккә күсергә

Уильям Хогарт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уильям Хогарт
ингл. William Hogarth

Мопс менән автопортрет[en]. 1745
Холст, масло. 90 × 69,9 см
Британская галерея Тейт, Лондон
Тыуған:

10 ноябрь 1697({{padleft:1697|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Лондон, Англия

Үлгән:

26 октябрь 1764({{padleft:1764|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)

Үлгән урыны:

Лондон, Бөйөк Британия короллеге

Подданныйлығы:

Королевство Англия Королевство Англия
Бөйөк Британия Короллеге

Жанр:
 Работы

Уильям Хогарт (ингл. William Hogarth; 10 ноябрь 1697 йыл, Лондон — 26 октябрь 1764 йыл, шунда уҡ) — инглиз рәссамы, һынлы сәнғәттең милли мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм уның вәкиле, иллюстратор, сатирик гравюралар авторы, һынлы сәнғәттә һәм графикала жанрҙар асыусы.

Мәғрифәтселек философтары идеялары йоғонтоһон кисергән рәссам күп кенә әҫәрҙәрен кешелә художестволы ижад ярҙамында әхлаҡи башланғыс тәрбиәләү һәм боҙоҡлоҡтарҙы юҡҡа сығарыу мәсьәләләренә буйһондора.

Уильям Хогарт 1697 йылдың 10 ноябрендә Лондон райондарының береһе Бартоломью -Клоузда[1] ярлы латин теле уҡытыусыһы Ричард Хоган һәм Анна Гиббонс ғаиләһендә тыуа һәм ирле-ҡатынлының иҫән ҡалған беренсе балаһы була. Фәҡирлек атаһы Хогартты нәшриәтселәр өсөн латин текстары корректураһы менән шөғөлләнергә мәжбүр итә.

Уильям иртә бала сағынан рәсем төшөрөүгә һәләтлелеген күрһәтә, бик күҙәтеүсән була һәм деталдәргә ҡарата бик шәп хәтергә эйә була. Башланғыс синыфта теләмәй генә уҡый, ваҡытын башлыса һүрәт төшөрөү менән уҙғара. Бала саҡта Уильям әсәһе әҙерләгән халыҡ дауалау сараларын һатырға мәжбүр була, сөнки атаһының кафе асыу идеяһы, унда кешеләр тик латин телендә генә аралашырҙар ине, килеп сыҡмай. Атаһы биш йылға Лондон бурыслы «Флит төрмәһенә» эләгә[2]. Шуға күрә Хогарт уҡырға тиңдәштәренән күпкә һуңыраҡ башлай.

Белеме һәм иртә ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1713 йылда Хогарт, башланғыс мәктәпте тамамламайынса, көмөш буйынса гравёр Эллис Гэмблдың уҡыусыһы булып китә, унда граверлау, металл менән эшләү күнекмәләре ала һәм рококо стиле менән таныша. 1718 йылда Уильямдың атаһы вафат була, һәм ул, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, әсәһе һәм ике һеңлеһен ҡарарға мәжбүр була, ваҡ заказдар ала. Ул коммерция визиткаларын, ҙур булмаған гербтар һәм башҡа ваҡ-төйәк әйберҙәр эшләй. Бындай эш Хогартҡа ҡәнәғәтлек килтермәй, уны ахмаҡлыҡ һәм күңелһеҙ тип һанай, сөнки ул юғары сәнғәткә тартыла. Иң элек уны графика ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә лә тиҙҙән Луи Шерон һәм Джон Вандербанк нигеҙ һалған Лондон шәхси художество академияларының береһендә һынлы сәнғәт дәрестәрен ала башлай. Хогарт үҙаллы белем алыу менән дә ныҡ шөғөлләнә.

1720 йылда ул үҙенең гравюра оҫтаханаһын аса. Уның беренсе үҙаллы эштәре булып Көньяҡ диңгеҙҙәре Компанияһы (The South Sea Scheme, 1721 й. тирәһе) акцияларының бөлөүе тураһында график сатиралар, маскарад һәм опера спектаклдәренә (Masquerades and Operas, 1724) һәм Лондондың театр тормошона (A Just View of the British Stage, 1724) сатиралар тора.

Хогарт академияны ташлай, ә 1724 йылдан Лондондың Изге Павел Соборында үҙенең биҙәктәре менән билдәле булған һарай яны рәссамы Джеймс Торнхилл йортонда урынлашҡан һынлы сәнғәт һәм рәсем мәктәбенә йөрөй башлай. 1720—1730 йылдарҙа Хогарт китап иллюстрациялары сәнғәтенә эйә була. 1726 йылда ул Сэмюэл Батлерҙың мажаралы антипуритан «Хадибрас» поэмаһына иллюстрациялар эшләй. Хогарттың беренсе һынлы сәнғәт әҫәре 1728 йылда барлыҡҡа килә, был Джон Гейҙың ул ваҡытта популяр булған «Фәҡир операһы» пьесаһы сюжетына һүрәт була.

1724 йылда Хогарт Торнхиллдың 15 йәшлек ҡыҙы Джейн менән таныша. Биш йылдан һуң, Джейн, атаһының ризалыҡ биреренә ышанмайынса, Хогарт һәм уның һөйгәне Паддингтон сиркәүендә йәшерен рәүештә никахҡа инә (23 март 1729 йыл)[3]. Үҙенең ҡайныһы менән Хогарт рәссам булараҡ матди байлыҡҡа һәм танылыуға өлгәшкәндән һуң ғына яраша ала.

Хогарттың үҙенең хәтирәләре буйынса: «Һуңынан мин өйләндем һәм 12-15 дюйм бейеклектәге бәләкәй генә салон һүрәттәрен төшөрә башланым. Улар яңы булғанға, бер нисә йыл буйына уңыш ҡаҙанды һәм һәйбәт һатылды».

1720-се йылдар аҙағында Хогарт инглиз ғаиләләренең төркөм портреттарын төшөрә, улар «һөйләшеү портреттары» тип йөрөтөлә. Уларға «Музыкальная вечеринка» (A Musical Party, 1730, Фицуильям музейы, Кембридж), «Собрание в доме Ванстед» (The Assembly at Wanstead House, 1729—1731, Филадельфия сәнғәт музейы), «Семья Волластон» (The Wollaston Family, 1730, шәхси коллекция) һәм «Семья Фаунтейн» (The Fountaine Family, 1730—1732, филадельфия художество музейы).

17301731 йылдарҙа Хогарт «Карьера проститутки» исеме алған алты картинанан торған серия башҡара. 1732 йылда баҫылған гравюра серияһы оттискыһы ҙур уңыш ҡаҙана. Уның уйлап сығарылған йәки ысынбарлыҡта булған картиналар серияһында яҙылған моделе булғанмы, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Был картиналарҙа рәссам сағыу биҙәнгән йәш ҡатын-ҡыҙҙы һүрәтләй. Кершән, инлек һәм помада аша күренекле булмаған профессияла эшләргә мәжбүр булған кешенең трагик яҙмышы сағыла. Ул ваҡытта фәхешханаға килеүсе, ни бары шиллинг түләп, теләһә ниндәй ҡатын-ҡыҙға эйә була ала ине.

«Парламентҡа һайлауҙар» (1753-54)

Гравюралаҙың киләһе серияһы — «Карьера Мота» — 1735 йылда баҫылып сыҡға, ә 1745 йылда «Модный брак» циклы барлыҡҡа килә. Артабан башҡа серия лар, улар араһында — «Прилежание и леность» (1747), «Четыре стадии жестокости» (1751) һәм «Выборы» (4 гравюра, 1755—1758). Хогарт шулай уҡ күп кенә айырым гравюралар, бер нисә портрет һәм бер нисә тарихи картина эшләй. 1753 йылда уның Анализ красоты» трактаты донъя күрә. 1757 йылда Георг II Хогартты баш рәссам итеп тәғәйенләй; ул был вазифала Джеймс Торнхиллдың вариҫы була. 1764 йылда рәссам үҙенең һуңғы «Конец, или Бездна» гравюраһын сығара. 1750 йылдар уртаһында теләһә ниндәй инглиз кибетендә йәки китап магазинында Уильям Хогарттың гравюраларын һатып алырға мөмкин була. Уның тураһында теләһә ниндәй биографтан яҡшыраҡ автопортреты һөйләй, уның композицияһы ғәҙәти түгел — был «картинала картина».

Хогарт йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына ҡараған төрлө матди байлыҡтағы кешеләрҙең тормошон күҙәткән; ул талантлы портретист ҡына түгел, ә моралист һәм сатирик та була. Рәссам портрет һынлы сәнғәтендә объектив һәм тура һүҙле була, был «Портрет капитана Т. Корема» (1740, Лондон, Коремдың етемдәр приюты) һәм «Портрет Саймона Фрейзера, лорда Ловета» (1746, Лондон, Милли портрет галереяһы) эштәрендә яҡшы күренә. Хогарт сәнғәтендә мөһим урынды юмор биләй. Мәҫәлән, уның 1751 йылғы ике билдәле гравюраһында, («Переулок джина») арзан джинды артыҡ файҙаланыусыларҙы көткән ҡот осҡос эҙемтәләрен, инглиз һыраһына («Пивная улица)» өҫтөнлөк биреүселәрҙең сәскә атыуын һәм именлеген ҡаршы ҡуя. Заман тормошон, айырыуса «Модный брак» һәм «Выборы» серияларында сатирик һүрәтләүҙәр уны быуаттың бөйөк романистары менән бер рәткә ҡуя.

1743—1745 йылдарҙа Уильям Хогарт «Модный брак» серияһынан алты картина яҙа (Лондон Милли галереяһында), ул XVIII быуаттың юғары даирәләрен йор тәнҡитләй. Был иҫкәртеү уйламай эшләнгән иҫәп менән өйләнешеүҙең ҡот осҡос эҙемтәләрен күрһәтә.

«Карьера мота» серияһының һигеҙ гравюраһының етәүһе барлыҡҡа килгәндән һуң ике йөҙ йыл үткәс Шотландия йырсыһы, актёр һәм композитор Гэвин Гордондың балеты нигеҙенә һалына. Сәхнә әҫәрен хореограф Нинет де Валуа 1935 йылда ҡуя.

1946 йылда Американың «Бедлам» нәфис фильмы экранға сыға (режиссёры Робсон Марк), ижади коллективты Хогарттың гравюралары һәм картиналары рухландырған.

1951 йылда Игорь Стравинский Хогарт ижады йоғонтоһонда «Похождения повесы» опера яҙа.

2003 йылда «Похождения повесы» тип аталған сәхнә шоуы сәхнәләштерелә, унда ун ете актер һәм актриса рәссамдың офорттарын интенсив өйрәнеү вариантын тәҡдим итә.

  • S-образная линия
  1. Wheatley H. B., Cunningham P. London Past and Present: Its History, Associations, and Traditions. — Cambridge University Press, 2011. — Т. 1. — С. 109—110. — ISBN 9780511920363.
  2. Paulson, 1991, pp. 26—37
  3. Uglow J. William Hogarth: A Life and a World. London, 1997. P. 26-261; Transcript of William Hogarth’s Marriage Licence Allegation 2016 йыл 11 февраль архивланған.
Публикации текстов
  • Анализ красоты / Уильям Хогарт ; [пер. с англ. П. В. Мелковой; вступ. ст. д. иск. М. Ю. Германа; примеч. д. филол. н. М. П. Алексеева]. — Санкт-Петербург : Азбука-Аттикус, 2016. — 282, [3] с. — (Азбука-классика). — ISBN 978-5-389-11971-0.
Исследования и комментарии
  • Хогарт / Михаил Герман. — Москва : Молодая гвардия, 1971. — 208 с. — (Жизнь замечательных людей).
  • Уильям Хогарт и его время / Михаил Герман. — Л. : Искусство, Лен. отд., 1977. — 226 с. — (Из истории мирового искусства).
  • Английское искусство XVIII века / Е. Г. Лисенков. — Л. : Издательство Государственного Эрмитажа, 1964. — 287 с. — ISSN 66081464.
  • Актуальные проблемы теории и истории искусства / Под ред. А. В. Захаровой, С. В. Мальцевой, Е. Ю. Станюкович-Денисовой; МГУ имени М. В. Ломоносова. — СПб. : НП-Принт, 2020.
  • Хогарт и английская графическая школа XVIII века / С. А. Яковлева; Красноярская гос. академия музыки и театра. — Красноярск, 2014. — 292 с. — ISBN 978-5-98121-043-3.
  • Hogarth and His Place in European Art / Frederick Antal. — New York : Basic Books, 1962.
  • Hogarth / Ronald Paulson. — New Brunswick, London : Rutgers University Press, 1991.
  • Hogarth / Jenny Uglow. — London : Faber and Faber, 1997. — 52 p. — ISBN 0-571-16996-1.
Альбомы
  • Сто шедевров искусства. — СПб. : изд. ред. «Нового журнала иностранной литературы», 1903.
Словари и энциклопедии
Справочные издания
  • Art Books / Wolfgang M. Freitag, ed.. — New York, London : Garland Publishing, 1997. — 165–166 p. — (Garland Reference Library of the Humanities). — ISBN 0-8240-3326-4. — ISSN 96028425.